

14 май Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Баймаҡҡа эш сәфәре барышында республикала «Башҡорт аты» фестивален ойоштороу ҡарар ителгәйне. Ошо көндәрҙә Баймаҡта Хөкүмәт вице-премьеры Азат Бадранов етәкселегендә ошо сараны үткәреү буйынса ултырыш уҙҙы.
Ҡатнашыусылар фестивалде ойоштороу һорауҙарын ҡараны, идеялар һәм тәҡдимдәр индерҙе. Атап әйткәндә, сараны августа Граф күле буйында уҙғарыу ҡарар ителде. Уға йылҡысылыҡ өлкәһендә киң танылған белгестәр саҡырыласаҡ. «Тай-тулаҡ», «Ылаҡ», уҡтан атыу буйынса ярыштар ойоштороласаҡ.
— Беҙ Рәсәйҙә бығаса үткәрелмәгән ҙур фестиваль ойошторорға теләйбеҙ. Әҙерлек юғары кимәлдә бара, сара оҙаҡламай федераль статус алыр тип ышанам. Сөнки унда Рәсәй аттар парады үтәсәк. Был сара менән башҡорт атын бөтә донъяға танытырға мөмкин, — тип белдерҙе Азат Бадранов.