

1.Кистән ике ҡалаҡ дегәнәк тамырына ярты литр ҡайнатылмаған һыу ҡойоп, төнгөлөккә ҡалдырырға. Иртән шуны утҡа ҡуйып, ҡайнап сыҡҡансы тоторға һәм 5 минут ҡайнатырға. Әҙер булғас һөҙөп алып, ас ҡарынға ярты стакан эсергә. Ҡалғанын өскә бүлеп, көн дауамында ҡулланырға.
2. Кистән берәр ҡалаҡ дегәнәк менән бәпембә тамырына 3 стакан ҡайнатып һыуытылған һыу ҡойоп, төнгөлөккә ҡалдырырға. Иртәнсәк уны быу өҫтөнә ҡуйып, 10 минут йылытырға. Әҙер булғас, һөҙөп алып, көнөнә биш тапҡыр 1/3 стакан эсергә.
3. Берәр ҡалаҡ дегәнәк, бәпембә тамыры һәм гөлйемеш емешенә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, пар өҫтөнә ҡуйырға. 15 минут тотҡандан һуң, һөҙөп алып, көнөнә өс тапҡыр 1/3 стакан эсергә.
Фоти:Т.Аманов.