

Стәрлебаш районының Һөлөклө күл ауылына 1929 йылда Ҡарағош ауылы кешеләре нигеҙ һалған. Ауыл йәмле, уңайлы урында урынлашҡан, уның тирәләй Күндерәк йылғаһы аға, Ҡырын шишмә урғылып сыға. Шишмә ошонда тәрән күлде барлыҡҡа килтерә һәм ары сылтырап аға. Һуңыраҡ һыуҙа һөлөктәр күп булыу сәбәпле, күлгә Һөлөклө исемен бирәләр. Ауылдың да исеме ошонан алынған.
Һөлөклө күлдә башлыса Заһиҙуллин, Биктимеров, Туҡтаров, Мәҡсүтов, Сиражетдинов, Кирәев фамилиялы ғаиләләр йәшәй. 50-60-сы йылдарҙа ауыл халҡының һаны 200-гә барып баҫа, магазин, башланғыс мәктәп асыла, машина-трактор оҫтаханаһы булдырыла. Әммә 60-сы йылдарҙа илдә перспективаһыҙ ауылдарҙы бөтөрөү капманияһы башлана. Һөҙөмтәлә ауыл халҡы Ҡарағошҡа күсенә. Бөгөн Һөлөклө күлдең зыяраты ғына тороп ҡалған.
Ошо ауылда тыуған Кирәев Алег Ғәбдрәүф улы ғаиләһенең, ата-бабаларының тарихын мәңгеләштереү маҡсатында Һөлөклө күлдә стела асырға тәҡдим итә. Бөгөн ауылда «Атайсал» проекты ярҙамында ҙур һәйкәл ҡуйылған. Был эшкә ауыл хакимиәте булышлыҡ иткән.
Бәләкәй генә ауылдың тарихы – ул тотош халҡыбыҙ тарихы, тамырҙарыбыҙ.