

25 йәштән 75 йәшкә тиклемге ир-егеттәр йыйылған. Кәңәшләшкәндәр ҙә һәр кеме ҡатынына телефон аша "Мин һине яратам!" тигән смс-хәбәрҙе ебәрергә булған.
25 йәшлек ирҙең ҡатыны: "Мин дә һине яратам!" - тип яуап яҙған.
35 йәшлек иргә "Бөгөн дә эстеңме?" тигән яуап килгән.
45 йәшлек ир "Һиңә нимә булды? Һөйәркәләреңде иҫләп ултыраһыңмы?" тигән яуап алған.
55 йәшлек иргә ҡатыны: "Һин берәйһенең номеры менән яңылышманыңмы ул?" - тип яҙып ебәргән.
65 йәшлеккә "Пенсияла ултыраһың, эшләмәйһең, ҡыйығың китеп бара шикелле" булған яуап.
75 йәштәгеһенең әбейе улын саҡырып алған да: "Улым, атайың бөтөнләй насарлаған, тиҙҙән китеп барыуы ихтимал. Бер-ике һарыҡты һимертеүгә ҡуй. Әҙер торайыҡ", - тигән ти.
Фото:Т. Аманов.