

«Беҙ ике туғандаш республика араһында ата-бабаларыбыҙ васыят итеп ҡалдырған дуҫлыҡ ептәрен нығытабыҙ. Бөгөн Луганск Республикаһы етәксеһе Леонид Иванович Пасечник менән хеҙмәттәшлек итеү хаҡында һөйләштек.
Луганск Халыҡ Республикаһы предприятиелары менән иҡтисад, сәнәғәт интеграцияһын тергеҙмәксебеҙ. Уртаҡ проекттар булдырасаҡбыҙ, шулай уҡ фән, мәғариф, мәҙәниәт өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек итәсәкбеҙ. Эшебеҙ һөҙөмтәле һәм уңышлы булыр тип ышанам.
Әлбиттә, зыян күргән республиканы тергеҙергә ярҙам итеү кәрәк. Мин гуманитар ярҙам йыйыуҙы дауам иткән Башҡортостан халҡына, ойошмалар етәкселәренә рәхмәтемде белдерәм. Йөрәк ҡушыуы буйынса Донбассҡа килеүселәргә, барыһын да йүнәтергә ярҙам итеүселәргә рәхмәт.
Башҡортостан һәм Донбасс халҡының тарихи тамырҙары уртаҡ. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарын, унан һуңғы ауыр һынауҙарҙы иңгә-иң терәп үткәнбеҙ. Артабанда ла ошо дуҫлыҡҡа тоғро ҡалып, уны киләсәк быуындарға ла еткерәсәкбеҙ», - тип яҙҙы үҙенең сәхифәһендә Радий Хәбиров.