

50 процентҡа тиклем компенсация ҡайтарылған юлламалар һатыу 14 июндә тамамлана, тип хәбәр итә Ростуризм етәксеһе Зарина Доғузова. Балалар лагерҙарында урындар аҙ ҡалыу сәбәпле, ошондай ҡарар ҡабул ителгән.
Әйткәндәй, быйыл ташламалы хаҡҡа юллама һатып алыусылар һаны ике тапҡырға артҡан. Июнь башына ҡарата 550 мең юллама һатып алынған. Етмәһә, был программала илдең һәр лагеры ҡатнашмай, шуға урындар әҙ ҡалған да инде.