

Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары менән эш итеү алымы туризм өлкәһендә лә ҡулланыла башланы — хәҙер инвестицияның минималь күләме 100 миллион һумдан 10 миллион һумға тиклем кәметелде.
БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов үҙенең докладында 2021 йылғы һөҙөмтәләргә туҡталды. Уның һүҙҙәренсә, республикалағы иң шәп преференцияларҙың береһе — ул сауҙаһыҙ ер участкаһы алыу. Бынан тыш, министр БР Туризмды үҫтереү буйынса дәүләт комитеты әҙерләгән яңы проект хаҡында һөйләне.
«Һеҙҙеңсә, 2021 йылда йәлеп ителгән туристар һаны ике миллионға кәмерәк килеп сығамы? Экранда 5,4 миллион, һеҙҙең докладта 3,5 миллион. Быға асыҡлыҡ индерегеҙ», — тип шелтәләне министрҙы Радий Хәбиров. — Туризмды үҫтереү өсөн саралар күп. Ҡунаҡханалар төҙөү — беҙҙең эш түгел, беҙҙең бурыс — шарттар булдырыу. Дөйөм алғанда, йыл яҡшы башланды, туристар күпләп киләсәк. Халыҡты сифатлы сервис һәм яҡшы тәьҫораттар менән йәлеп итергә кәрәк. Улар һуңынан башҡа варианттар килеп сыҡҡанда ла, мотлаҡ беҙгә ял итергә килергә тейеш».