Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Июнь 2022, 15:05

Башҡортостан уйын майҙансығы бүләк итте

Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч хакимиәтенә ҡараған Петровское ҡалаһында балалар өсөн уйын майҙансығын  асыу тантанаһы үтте. Уны Башҡортостан белгестәре Донбаста йәшәүселәргә ярҙам һәм тыныс тормошто тергеҙеү программаһы буйынса төҙөгән.

Башҡортостан уйын майҙансығы бүләк иттеБашҡортостан уйын майҙансығы бүләк итте
Башҡортостан уйын майҙансығы бүләк итте

Сарала Красный Луч ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Рыбальченко, Башҡортостандан вәкилдәре, ҡала халҡы һәм, әлбиттә, был сараның иң төп ҡатнашыусылары – балалар  ҡатнашты.

– Бер аҙ ямғыр яуып  тороуға ҡарамаҫтан, бөгөн көн балаларҙың йылмайыуынан ҡояшлы. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировҡа Петровское ҡалаһы балаларына бүләк эшләгәне, белгестәргә күрһәткән эштәре, беҙгә күрһәткән ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәт белдерәм, – тине Сергей Рыбальченко, барыһына ла тыныслыҡ, шатлыҡ, именлек теләп.

Сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе – Башҡортостан Республикаһы министры Азамат Абдрахманов:

– Бындай иҫ киткес байрам бүләкһеҙ үтергә тейеш түгел. Хәҙерге ҡатмарлы осорҙа балаларыбыҙ нығыраҡ ҡыуанырға тейеш. Рәсәй һәр ваҡыт һеҙҙең менән булды һәм булып ҡала. Беҙҙе ҙур эштәр көтә!  – тип билдәләне.

Уйын комплексы төрлө йәштәге балалар өсөн тәғәйенләнгән. Сағыу бәүелсәктәр, каруселдәр, ҡом, тренажёрҙар һәм уйын зонаһының башҡа элементтары, шул иҫәптән 450 квадрат метр майҙанлы хәүефһеҙ резина япма заманса технологиялар буйынса эшләнгән. Петровское ҡалаһының  бәләкәстәре майҙансыҡта кискеһен дә уйнай ала, бының өсөн периметры буйынса яҡтыртҡыстар ҡуйылған, ә прожекторҙарҙы махсус рәүештә Ишембай ҡалаһынан алып килгәндәр. Хәҙер балалар уйнар өсөн уңайлы урын барлыҡҡа килде. Яңы майҙансыҡта һәр бала үҙен уңайлы һәм хәүефһеҙ тойһон өсөн бөтә уңайлыҡтар бар.


Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас