Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Июня 2022, 17:38

Башҡорт матбуғаты тураһында һөйләшәсәкбеҙ

Иртәгә «Медиайыйын» форумы журналистарҙы бер майҙанға йыясаҡ.

Башҡорт матбуғаты тураһында һөйләшәсәкбеҙБашҡорт матбуғаты тураһында һөйләшәсәкбеҙ
Башҡорт матбуғаты тураһында һөйләшәсәкбеҙ

Иртәгә баш ҡаланың «Торатау» конгресс-холында «Медиайыйын» киң мәғлүмәт саралары форумы үтә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән үткәрелгән сара быйыл «Яңы шарттарҙа медиатармаҡ һәм журналистика» темаһына арнала. Форумда шулай уҡ балалар журналистикаһы, патриотик тәрбиә, телевидение, һанлы медиа, милли киң мәғлүмәт саралары темалары буйынса оҫталыҡ дәрестәре көтөлә. 

- Быйылғы форумға республиканың киң мәғлүмәт сараларынан баш мөхәррирҙәр һәм журналистар саҡырылды. Улар туған телдәрендә матбуғатты үҫтереү хаҡында фекер алышасаҡтар. Уның һөҙөмтәһендә милли киң мәғлүмәт сараларын үҫтереү буйынса концепция төҙөләсәк, - тип хәбәр итәләр ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтенән.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас