

Тәбиғәт күрке – һыу. Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылы тәбиғәтен йәмләп йылға аға. Тирә-яғында мөһабәт ағастар, ҡоштар һайраша, тәбиғәттең ыуыҙ сағы. Тик был хозурлыҡты һыу буйындағы ҡыйлыҡ ҡына боҙа.
Ошо ауылда йәшәүсе Мөнирә апай саң ҡаға. Уның һүҙҙәренсә, Ҡондорош йылғаһы ярында кешеләр иҫке-моҫҡо бүрәнә, таҡта түккән, был ҡыйлыҡ ҙурайғандан-ҙурая. Мөнирә апай төшөргән видеояҙма тиҙ арала социаль селтәргә таралған. Һәр ҡараусы әсенеп үҙ фекерен белдерергә ашыға.
«Бындағы ярты ҡый – яғырлыҡ утын бит... Туйып һикереү. Шул таҡта-бүрәнәләрҙе фотоға төшөрөп, интернетҡа һалһалар, ялан яҡ кешеләре, бәлки, алып та китер ине. Хәҙер кешелә техника күп, ә ағас ныҡ ҡиммәт... Ә таҙартыуға килгәндә, кемдәр пилорама тота, шулар мотлаҡ сығырға тейеш. Экология министрлығына ебәрергә кәрәк был видеоны. Штрафтар ҙур бындай эш өсөн. Кем түккәнен белеп булмаһа, ауыл хакимиәтенә штраф һалына», – тип белдергән журналист Гөлдәр Яҡшығолова.
Бөгөн Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнө, берәй сараһын күрегеҙсе, ишбирҙеләр?!