Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Июнь 2022, 18:32

Үәт, исмаһам, өмә!

Рәсәйҙең халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшевтың ялдары шәп үткән.

Үәт, исмаһам, өмә!Үәт, исмаһам, өмә!
Үәт, исмаһам, өмә!

Хөрмәтулла Ғаззали улы театрҙа сағыу ролдәр ижад итергә лә, иҫәпһеҙ-һанһыҙ кисәләр алып барырға ла, йәштәрҙе уҡытырға ла өлгөрә. Кисә генә Сибайҙа "Урал аръяғы" инвестиция һабантуйында ҡатнашыуын күргәйнек, бөгөн ул тыуған ауылында һарыҡ ҡырҡа. Актер социаль селтәрҙә ҡыҙыҡлы фотоһүрәттәр менән уртаҡлашты.

«Таштуғайыма ҡайтып төшһәм - ӨМӘ! Һарыҡ ҡырҡалар....   Өмәнән ситтә ҡалыу яҙыҡ булыр, тип мин дә ҡушылдым», - тип яҙған ул. 

Афарин!

Үәт, исмаһам, өмә!
Үәт, исмаһам, өмә!
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас