Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Июнь 2022, 07:12

Салауат Юлаев һәйкәлен йүнәткәндәр

Быға Республикаға идара итеү үҙәге булышлыҡ иткән.  #ЦУРБашкортостан

Салауат Юлаев һәйкәлен йүнәткәндәрСалауат Юлаев һәйкәлен йүнәткәндәр
Салауат Юлаев һәйкәлен йүнәткәндәр

Благовещен ҡалаһының Киров урамында урынлашҡан Салауат Юлаев һәйкәле ҡурҡыныс хәлдә булған. Был турала социаль селтәрҙә ҡалала йәшәүселәрҙең береһе яҙған.

«Бюстың насар хәлдә булыуын былтыр августа белеп ҡалдыҡ. Һәм кисә Благовещен районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре ҡыуаныслы яңылыҡ менән уртаҡлашты — Башҡортостандың милли геройына ҡойолған һәйкәлде йүнәткәндәр», — тип белдерҙе Республикаға идара итеү үҙәге белгесе Радик Гәрәев «Cәләм» тапшырыуы эфирында.

Белгестәр һәйкәлдең йөйҙәрен ямаған, фасад өлөшөн буяған һәм янындағы түтәлде йүнәткән.

#ЦУРБашкортостан

 

Салауат Юлаев һәйкәлен йүнәткәндәр
Салауат Юлаев һәйкәлен йүнәткәндәр
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас