Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Июнь 2022, 10:15

Башҡортостанда медицина ойошмаларын һанлаштырыу процесы нисек бара?

 Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының оператив штабында ФАП-тарҙы һанлаштырыу һәм  дәүләт мәғлүмәт системаһында  эшләү буйынса төбәктең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. 

Башҡортостанда медицина ойошмаларын һанлаштырыу процесы нисек бара?Башҡортостанда медицина ойошмаларын һанлаштырыу процесы нисек бара?
Башҡортостанда медицина ойошмаларын һанлаштырыу процесы нисек бара?

 

  Айрат Рәхмәтуллин әйтеүенсә, Башҡортостанда 2013 йылдан алып бөтә медицина ойошмалары өсөн берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы булдырылған. Уға 205 медицина учреждениеһы ингән. Дәүләт мәғлүмәт системаһындап эшләү өсөн 23 мең медицина хеҙмәткәре махсус рәүештә уҡыған.  Бер үк ваҡытта системала 20 меңдән ашыу ҡулланыусы эшләй ала. Әлеге ваҡытта  медицина документтарының берҙәм базаһы булдырылған. Унда 4,5 миллиондан ашыу электрон медицина картаһы индерелгән.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас