Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Июнь 2022, 17:10

"Өфөгә буласаҡ чемпиондар йыйылды!"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҡыусыларҙың XI йәйге Спартакиадаһы тураһында.

"Өфөгә буласаҡ чемпиондар йыйылды!""Өфөгә буласаҡ чемпиондар йыйылды!"
"Өфөгә буласаҡ чемпиондар йыйылды!"

"Өфөгә бөтә илдән буласаҡ чемпиондар йыйылды. Уҡыусыларҙың XI йәйге Спартакиадаһын ойоштороу беҙҙең өсөн оло мәртәбә. Рәсәйҙең спорт министры Олег Васильевич Матыцинға ышаныс белдереүе өсөн рәхмәт.

Республикабыҙ – илдең иң алдынғы спорт үҙәктәренең береһе. Беҙҙә Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштар йыш ойошторола. Инфраструктурабыҙ ныҡлы һәм уны үҫтереүҙе дауам итәбеҙ. Буласаҡ чемпиондар өсөн спорт объекттары төҙөйбөҙ. Республиканың һәр кешеһе өсөн спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеге булдырабыҙ.

Спартакиада ярыштары илдең төбәгендә үтәсәк. Беҙ Өфөлә ирекле көрәштән башлайбыҙ, йәш спортсылар 22 миҙал комплекты өсөн көрәшәсәк.

Ғәҙел көрәш һәм матур еңеүҙәр теләйем!" - тип яҙҙы социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас