Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Июнь 2022, 14:46

Дмитрий Губерниев ни өсөн Башҡортостанды ярата?

Билдәле спорт комментаторы уҡыусыларҙың XI йәйге Спартакиадаһына килгән.

Дмитрий Губерниев ни өсөн Башҡортостанды ярата?Дмитрий Губерниев ни өсөн Башҡортостанды ярата?
Дмитрий Губерниев ни өсөн Башҡортостанды ярата?

Бөгөн «Өфө – арена»ла уҡыусыларҙың XI йәйге Спартакиадаһы башланды. Ярыш алдынан спорт төрҙәре һәм йыйылма командалар парады ойошторолдо. Тантананы илебеҙҙең танылған спорт комментаторы Дмитрий Губерниев йәмләне. Ул Башҡортостанға һөйөүен белдерҙе. “Рәсәйгә бик күп данлыҡлы спортсы бүләк иткән төбәк”, – тине.

Спартакиадала ҡатнашыусыларҙы Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыцин тәбрикләне.

«Беҙ Өфөнөң һәм Башҡортостандың көс-ҡеүәтен тоябыҙ. Һәм барыбыҙ ҙа балалар һәм үҫмерҙәр спорты байрамына шатланабыҙ. Бында ярышҡа килгән һәр ҡайһығыҙ өсөн дуҫлыҡ һәм илһөйәрлек ҡиммәте мөһим. Шуға күрә һеҙ чемпиондар булырһығыҙ тип ышанам», - тине Олег Матыцин.

Спорт министры Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировты Николай Озеров исемендәге миҙал менән бүләкләне, шулай уҡ республикабыҙҙың алдынғы тренерҙарына һәм уҡытыусыларына наградалар һәм Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.

Республика етәксеһе үҙ сығышында был ярыштың илебеҙ өсөн мөһим булыуы хаҡында һөйләне.

«Спартакиаданы уҙғарыу Башҡортостан өсөн оло мәртәбә һәм яуаплылыҡ. Иҫтә ҡалырлыҡ ярыштар булыр тип ышанам. Бөгөн беҙҙең менән данлы совет спортсылары – олимпия уйындары чемпионы Ирина Роднина, Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили. Янығыҙҙа тренерҙар. Улар һеҙҙең өсөн бар көсөн, күңелен биреп эшләй. Һәр спортсыға ғәҙел көрәш теләйем. Башҡортостан, Рәсәй, алға!» - тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе Башҡортостандың йыйылма командалары тренерҙарына рәхмәт хаттары тапшырҙы, 5 миллион һум күләмендә ике грант һәм «Ауыл тренеры» сертификаттарын тапшырҙы. Тантана һуңында Радий Фәрит улы ярышҡа рәсми старт бирҙе.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас