

Документ ике республиканың балалар ялын ойоштороу өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеүенә йүнәлтелгән.
– Һуңғы ваҡытта Башҡортостан менән Беларусь Республикаһы араһында эшлекле мөнәсәбәттәр әүҙемерәк үҫешә, был төбәк туризмы өсөн ыңғай тенденция булып тора. Быйыл Башҡортостандың туристик тармаҡ вәкилдәре делегацияһы танышыу визиты менән Белоруссияла булды. Беҙҙең туроператорҙар ҡунаҡсыл күршеләрҙең туристик потенциалын һәм үҫешкән эске туризмды юғары баһаланы. Үҙ сиратыбыҙҙа беҙгә лә ҡунаҡтарға күрһәтерлек нәмәләр бар, - тип билдәләне «Үҙәк үҫеште» коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы директоры.
Килешеүҙең маҡсаты - 2023 йылда Беларусь Республикаһы һәм Башҡортостан Республикаһы биләмәһендәге балалар сәләмәтләндереү лагерҙарында 14-16 йәшлек балаларҙың ялын ойоштороу һәм тәьмин итеү. Документ быйыл 1 ноябргә тиклем ял итеү урындарын, даталарын, составтарын билдәләүҙе һәм раҫлауҙы, мәҙәни һәм экскурсия саралары менән ентекле программаны күҙ уңында тота.