

Бөгөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Сәләм» программаһында был ауырыуҙарҙың ниндәй хәүеф менән янауы хаҡында һөйләштеләр. Унда Башҡортостандың баш санитар табибы Анна Казак ҡатнашты.
Иң мөһиме: 1 июнгә Башҡортостанда был инфекция менән зарарланыу осрағы теркәлмәгән.
Әммә шуға ҡарамаҫтан һаҡланыу сараларын күрергә кәрәк:
- ҡайнатылған һәм махсус һауыттарға ҡойолған һыуҙы ғына эсергә;
- аҙыҡ-түлекте эшкәртеп кенә ашарға;
- ҡулдарҙы яҡшы итеп йыуып йөрөргә, санитария сараларын ҡулланырға;
- башҡа илдәргә сыҡҡанда гигиена ҡағиҙәләрен тоторға.
Холера һәм маймыл сәсәге ауырыуҙары тураһында «Роспортебнадзор» идаралығының сайтында: https://clck.ru/pHURr тулыраҡ мәғлүмәт алырға була.