

Хәл «Уфанет»тың видеокамераһына эләгә һәм тиҙ арала социаль селтәрҙәргә тарала.
Видеояҙмала ике егет күренә, берәүһе ни сәбәптәндер йорт балконында торған кеше менән бәхәскә инә. Ҡайһылыр арала егет сумкаһынан пистолет сығара һәм ике тапҡыр һауаға ата. Бынан һуң ул дуҫы менән ихатанан сығып ҡаса.
Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы тәфтишселәре тикшереү үткәрә. Егеттең травматик пистолет ҡулланыуы билдәле. Бындай хәүефле уйынсыҡ һәр егеттең ҡулында инде әллә? Өфөлә бындай хәлдәр йыш теркәлеп тора.