Рөстәм Милләт улы Хәкимов 1972 йылдың 1 июнендә Әбйәлил районы Асҡар ауылында мәҙәниәтле ғаиләлә тыуған. Атаһы Милләт Ташбулат улы Хәкимов Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарында КПСС-тың беренсе секретары булып эшләгән. Әсәһе улының төрлө яҡлы гармониялы үҫешен теләгән. Район мәҙәниәт йортонда эшләгән музыка һәм сәнғәт мәктәптәрендә уҡыған. «Алты егет» бейеүе менән балҡығандарын йылмайып хәтерләй ул. Артабан 1-се Республика мәктәп-интернатында (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге Республика гимназия-интернаты) Мөнир Ҡунафин, Борис Мелкоедовтар менән бер класта уҡый.
Мәктәпте тамамлағандан һуң, Сәнғәт институтының күренекле Павел Мельниченконың ҡурсаҡ театры бүлегенә уҡырға инә. 1992 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр факультетын, режиссура һәм актёр оҫталығы кафедраһын тамамлай.
4-се курста уҡыған сағында, ул саҡтағы Йәш тамашасы театрының художество етәксеһе Олег Ханов килә, һәм уның тәҡдиме менән студенттар уҡып та йөрөй, спектаклдәрҙә лә уйнай башлай.
Театр һәм кино актёры дипломы эйәһе Рөстәм Хәкимов Башҡорт драма театрына йүнәлтмә ала. Әммә Рөстәм Хәкимов Дәүләт театр сәнғәте институтында Мәскәү ҡалаһындағы хәҙерге Яңы драма театрының художество етәксеһе Вячеслав Долгачев курсында уҡыуын дауам итә.
Сыңғыҙ Айтматовтың «Ҡыҙыл яулыҡлы тирәккәйем минең» повесы буйынса диплом спектаклен Башҡорт драма театры сәхнәһендә тамашасы хөкөмөнә сығара. Музыкаһын композитор Нур Дауытов яҙа. Йәштәр театрының хәҙерге директоры Азат Йыһаншин төп ролде уйнай.
Юлай Кәримов фотоһы.