

Уттан да, һыуҙан да, бейеклектән дә ҡурҡмай... Шулай ҡылыҡһырларға мөмкин Өфөгә "Дружба" кубогы һәм "Золотая штурмовка" призы өсөн көрәшергә йыйылған спортсыларҙы. Бөгөн "Динамо" стадионында янғын-ҡотҡарыу буйынса халыҡ-ара ярыштар тамамланды.
Бөгөн бәйгенең һуңғы көнөндә ҡотҡарыусылар янғын һүндереү эстафетаһында ярышты. Янғын-ҡотҡарыу спортының был төрөндә үзбәк егеттәренә етеүсе булманы. Был ғына түгел, улар донъя рекорды ҡуйып, барыһын да таң ҡалдырҙы. Илебеҙ спортсылары көмөш миҙалға, белорустар "бронза"ға лайыҡ булды. Ә гүзәл зат вәкилдәре араһында Белоруссия командаһына тиңдәр табылманы, беҙҙекеләр "көмөш" яуланы.
Дөйөм команда зачеты буйынса ир-егеттәр араһында Белоруссия - беренсе, Рәсәй - икенсе, Үзбәкстан командаһы өсөнсө урынды яуланы. Ә ҡатын-ҡыҙ командалары араһында команда зачетында тәүге ике урынды илебеҙ командаһы, өсөнсөнө Белоруссия алды. Еңеүселәрҙе Һиндостандың янғын-ҡотҡарыу спорты федерацияһы вице-президенты Амридер Синх, Рәсәйҙең Халыҡ-ара янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар федерацияһы етәкселеге тәбрикләне.
- Янғын-ҡотҡарыу спорты үҫешкәндән-үҫешә. Быйыл Үзбәкстандың Сәмәрҡәнд ҡалаһында донъя чемпионаты үтә, был иҫ киткес ҙур ярыш буласаҡ. Белоруссияла ла халыҡ-ара ярыштар көтөлә. Ә Өфө беҙҙең күңелдәрҙә ҡунаҡсыллығы, башҡорт балы һәм берҙәмлеге менән иҫтә ҡаласаҡ! - тип тәбрикләне ярышта ҡатнашыусыларҙы Рәсәйҙең Халыҡ-ара янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар федерацияһы президенты Андрей Калинин.
Юлай Кәримов фотолары.