Радий Хәбировтың йорт ихаталарын тикшерергә яратҡанын белдек

Төбәк етәксеһе быны йәшермәй, соцселтәр сәхифәләрендә яҙып сыҡты.

Радий Хәбировтың йорт ихаталарын тикшерергә яратҡанын белдекРадий Хәбировтың йорт ихаталарын тикшерергә яратҡанын белдек
Радий Хәбировтың йорт ихаталарын тикшерергә яратҡанын белдек

"Өфө буйлап йөрөгәндә, башҡа ҡалаларҙа эш сәфәре мәлендә мин "Башҡорт ихаталары" программаһы нисек үтәлә икәнен гел тикшерергә тырышам. Ул төрлө ерҙә төрлөсә башҡарыла - шулай ҙа мин программаны тормошҡа ашырыу дөрөҫ һәм үҙ ваҡытында икәненә һәр ваҡыт инанам. Беҙ тиҫтәләрсә йылдар ремонт күрмәгән емерелгән һәм күңелһеҙ ихаталарҙы үҙгәртеп ҡорабыҙ, кешеләр өсөн уларға кәрәкле ял итеү, уйын урындары булдырабыҙ. 

Быйыл программаға 1 млрд һум бүләбеҙ. Был былтырғынан 330 млн һумға күберәк. Ҡуша финанслау шарттары шул уҡ - 94 проценты республика бюджетынан килһә, 5 процентын район-ҡаланан бүленә, 1 процентын шунда йәшәүселәр йыя.

 21 ҡаллала һәм 7 ауыл арйонында 200 ихата төҙөкләндереләсәк (былтыр улар 140 ине). 170 мең кв.метр асфальт йәйеләсәк, 4550 машина ҡуйыу урыны, 165 уйын һәм спорт майҙансығы ҡороласаҡ. Эскәмйәләр, урналар, яҡтыртыу, йәшелләндереү, тротуарҙар - халыҡ теләге буйынса быларҙың барыһы ла онотолмай.  

Әле ихаталарҙа эш ҡыҙҡандан-ҡыҙа. 1 ментябргә тиклем өлгөртөргә планға алғанбыҙ, - тиелгән унда.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас