Бөтә яңылыҡтар

Рәмил ҠОЛ-ДӘҮЛӘТ(30 май 1958 йыл — 12 ғинуар 1998 йыл) — башҡорт шағиры, драматург

Рәмил Хөснөтдин улы Дәүләтҡолов 1958 йылдың 30 майында Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Әлмөхәмәт ауылында тыуған.   Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (1995). #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Рәмил ҠОЛ-ДӘҮЛӘТ(30 май 1958 йыл — 12 ғинуар 1998 йыл) — башҡорт шағиры, драматург
Рәмил ҠОЛ-ДӘҮЛӘТ(30 май 1958 йыл — 12 ғинуар 1998 йыл) — башҡорт шағиры, драматург
Рәмил Ҡол-Дәүләт.

Рәми ағайҙың әйткәне.

Йәшәрһә лә бөтә донъя,
Никтер килмәй йәшәгем.
Миҙгелдәрҙе бутаным мин -
Артыҡ иртә йәшнәнем.

Йылытам тип, туң донъяны
Ҡыш уртаһы йәшнәнем.
Үҙем өсөн йәшәмәнем,
Халҡым өсөн йәшәнем.

Көн йылынғас, һәр кем йәшнәй,
Йәшнәп ҡара һыуыҡта!
(Ауыҙыма һуҡтылар ҙа,
Ҡаранылар быуып та...)

Яҙ килер ул, өмөттәрҙән
Төңөлөргә ярамай.
Тик йәшендәр булмаһын тим,
Күҙҙе ҡаплар ялағай.
 
Юлай Кәримов фотоһы.
Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: