Афарин, Эльза!

Өфөлә барған янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса халыҡ-ара ярышта яҡташыбыҙ Эльза Әбүбәкироваға етеүсе булманы.

Афарин, Эльза!Афарин, Эльза!
Афарин, Эльза!

Баш ҡаланың Динамо стадионында «Дружба» һәм «Золотая штурмовка» приздары өсөн көрәш дауам итә. Бөгөн төрлө илдән йыйылған спортсылар ҡаршылыҡтар һыҙатын үтеүҙә иң яҡшыларҙы асыҡланы. Ир-егеттәр араһында рәсәйлеләр Алексей Родинға һәм Шамхан Кубаевҡа етеүселәр булманы. Иң яҡшы тәүге өсәү иҫәбенә шулай уҡ Белоруссия спортсыһы Никита Уколов инде.

Ә ҡатын-ҡыҙҙар араһында алтын миҙалды яҡташыбыҙ, донъя чемпионы Эльза Әбүбәкирова яуланы. Нижегородка өлкәһенән Ирина Сергиенко менән Олеся Ценова «көмөш» һәм «бронза»ға өлгәште.

Халыҡ-ара ярыштың киләһе этабы иртәгә иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас