Бөтә яңылыҡтар

БАЙДӘҮЛӘТОВ Рафаэль Ибраһим улы — дәүләт эшмәкәре

Рафаэль Ибраһим улы Байдәүләтов 1943 йылдың 16 авгусында Башҡорт АССР-ының Белорет районы Береш ауылында тыуған.    #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

БАЙДӘҮЛӘТОВ Рафаэль Ибраһим улы  —  дәүләт эшмәкәре
БАЙДӘҮЛӘТОВ Рафаэль Ибраһим улы — дәүләт эшмәкәре

Байдәүләтов Рафаэль Ибраһим улы (16 август 1943 йыл) — энергетик, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1999—2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер‑министры, 2008—2010 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советында Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы башҡарма органынан вәкил. Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Рәсәй Берҙәм энергетика системаһының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2003), Рәсәй яғыулыҡ—энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (1993). Почёт (2004), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2003), Салауат Юлаев (2008) ордендары кавалеры. Белорет ҡалаһы һәм Белорет районының почётлы гражданы.

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: