Баш осонан аҡ болоттар аға

Аҡ болоттар – беҙҙең баласаҡ.   #Йәшлек #ЮлайКаримовфотоһы.

Баш осонан аҡ болоттар ағаБаш осонан аҡ болоттар аға
Баш осонан аҡ болоттар аға

АҠ БОЛОТТАР

Рим Хәсәнов музыкаһы
Әнғәм Атнабаев шиғыры

"Ут" пьесаһынан йыр

Баш осонан аҡ болоттар аға,
Аҡ болоттар – беҙҙең баласаҡ.
Баласаҡҡа кеше ҡулы етмәй,
Ул мәңгегә ап-аҡ ҡаласаҡ,
Аҡ болоттар – беҙҙең баласаҡ.

Баш осонан аҡ болоттар аға,
Аҡ болоттар – беҙҙең яратыу.
Яратыуҙы ташҡа бәйләп булмай,
Яратыуҙың була ҡанаты,
Аҡ болоттар – беҙҙең яратыу.

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас