ЙӘШЛЕГЕМ
Илдар Абдуллин көйө һәм һүҙҙәре
Бик йыраҡта ҡалды минең,
Йырлап үткән йәшлек сағым.
Шул йәшлегем иҫкә төшһә,
Йөрәккәем әрнәй (ярһый) тағын.
Һағынам, һағынам, һағынам мин һине
Йәшлегем, йәшлегем, яшлегем ҡайтсале.
Ҡайҙа һин, ҡайҙа һин, ҡайҙа һин йәшлегем
Йәшлегем, йәшлегем, яшлегем ҡайтсале.
Аҡ ҡайындар, аҡ томандар
Гәжәп матур ине шул саҡ.
Көн дә кисен яныр ине
Һыу буйында беҙҙең усаҡ.
Һағынам, һағынам, һағынам мин һине
Йәшлегем, йәшлегем, яшлегем ҡайтсале.
Ҡайҙа һин, ҡайҙа һин, ҡайҙа һин йәшлегем
Йәшлегем, йәшлегем, яшлегем ҡайтсале.
Шул усаҡтың яҡтыһында
Осраттым мин бер һылыуҙы.
Шундай моңло (матур) йырлай ине
Ғашиҡ итеп бер егетте.
Һағынам, һағынам, һағынам мин һине
Йәшлегем, йәшлегем, яшлегем ҡайтсале.
Ҡайҙа һин, ҡайҙа һин, ҡайҙа һин йәшлегем
Йәшлегем, йәшлегем, яшлегем ҡайтсале.
Юлай Кәримов фотоһы.