Бөтә яңылыҡтар

Еңеү көнөн ҡаршылап

Геройлыҡты һорап алалармы ?..Батырсылыҡ башҡорт ҡанында !Ҡайҙа ғына яу сапмаһын башҡорт ,Батыр даны уның янында .   #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Еңеү көнөн ҡаршылап
Еңеү көнөн ҡаршылап

Геройлыҡты һорап алалармы ?..
Батырсылыҡ башҡорт ҡанында !
Ҡайҙа ғына яу сапмаһын башҡорт ,
Батыр даны уның янында .

Күпме башҡорт батырҙары үҙен
Ҡорбан итеп , шаһит булғандар ?
Халҡым данлап , мәңге , башын эйә ,
Онотолмай шаһит — ҡорбандар .

Ватанын ул данлап , йәнен биргән ,
Тоғро ҡалып тыуған иленә .
Шаһит булып , рухи данын һипкән
Үҙ төйәге — изге еренә

Шаһиттарҙың геройлығы беҙҙә ,
Батыр ҡаны аға тәндәрҙә .
Шаймуратов мәңге беҙҙең менән ,
Бергә йәшәй беҙҙең йәндәрҙә .

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: