Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Апрель 2022, 15:12

Яҙмыш...

Ниңә яҙмыш шундай тиле икән, юлға өйә бейек таштарын...   #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Яҙмыш...
Яҙмыш...
ЯҘМЫШ...

Зөһрә Рәхмәтуллина көйө һәм шиғыры

Ниңә яҙмыш шундай тиле икән,
Юлға өйә бейек таштарын?
Тәүҙә – ҡауыштыра, һуңынан – аҙаштыра,
Әйләндерә әҙәм баштарын!

Осраштырҙы тағы! Сәстәр көмөш!
Күпме юлдар инде үтелгән?!
Хәтер пәрҙәләрен аса-аса
Ынйы күҙ йәштәрем түгелгән!

Күптән йәшлек үкенестән үкһей,
Хаталарын булмай төҙәтеп,
Урман-тауҙар аша, йылға-йылдар аша
Яҙмыш килә беҙҙе күҙәтеп!

Ниңә, ҡауыштырып, аҙаштырҙың
Икебеҙҙе ике яҡтарға,
Бөгөн килеп, тағы осраштырҙың
Ғүмер көҙө еткән саҡтарҙа?

Һин һуңланың яҙмыш, асыуланма,
Кире аҡмай йәшлек даръяһы!
Тик төштәрҙә генә, татлы хыялдарҙа,
Ҡалды йәшлегемә ҡайтаһы!

Туҡта тиле йәшлек, яфалама,
Әйләндермә инде сал башты!
Үткән ғүмер томандары алыҫ,
Һөйөүҙәрем шунда аҙашты!
 
Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: