Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Апрель 2022, 10:53

Лекцияла

Рәмил ҠОЛ-ДӘҮЛӘТЛЕКЦИЯЛАКүҙгә төртһәң дәҺелкенмәҫ керпек.Тәҙрәгә бағамБер «түмәр» кеүек.   #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Лекцияла
Лекцияла


Рәмил ҠОЛ-ДӘҮЛӘТ

ЛЕКЦИЯЛА

Күҙгә төртһәң дә
Һелкенмәҫ керпек.
Тәҙрәгә бағам
Бер «түмәр» кеүек.

Йоҡо алдында
Зиһен баш эйә,
Ҡыш йөҙә, гүйә,
Ойоп ултырып
Яҙған лекция…

Ҡош-ҡорт эҙеләй
Теҙелгән хәреф,
Бауыры оҙон
Ҡыш һымаҡ дәрес.

Нотоғон уҡый
Һис бер туҡтамай,
Теңкәгә тейгән
Ҡарт доцент бабай.

Йонсоған күңел
Азатлыҡ даулай:
«Долой ҡарт бабай!
Тәнәфес давай!..»

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: