Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Апрель 2022, 09:54

Сыйырсыҡтарға оялар әҙер

Сыйырсыҡ,сыйырсыҡОяңдан осоп сыҡ.Оҡшаһа был өйөң,Түгелһен моң- көйөң.   Рәми Ғарипов.   #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы

Сыйырсыҡтарға оялар әҙер
Сыйырсыҡтарға оялар әҙер

Сыйырсыҡ (диалекттарҙа: сығырсыҡ, сирсыҡ) (рус. Скворцы лат. Sturnus) — ҡара төҫтәге ҙур булмаған һайрар ҡош.

Сыйырсыҡтар бөтә кешегә лә билдәле, улар ғәҙәттә туп булып йөрөй. Яҙғыһын һәм йәйгеһен башы, ҡанаттары, ҡойроғо ҡара була, көҙгә табан ваҡ ҡына аҡ таптар барлыҡа килә, суҡышы һары, аяҡтары ҡыҙғылт көрән. Башҡа ҡоштар менән бутау мөмкин түгел. Тауышы көслө:"ҡжжжҡ-ҡжжжҡ". Яҙғыһын башҡа төрлө ҡоштарҙың тауыштарына оҡшатып, матур итеп һайрай. Күсмә ҡош. Киң таралған. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерә. Сыйырсыҡ — нык матур ҡош... Уны бөтәһе лә ярата!

Ауыл һәм ҡалаларҙа. Һирәк ағаслы урмандар, балсыҡлы текә ҡабаҡтарҙа йәшәй.

Кеше яһаған ояларҙа һәм ағас ҡыуыштарында оялай. 5-8 бөртөк зәңгәр йомортҡаһы була.

"Башҡорт Википедияһы".

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: