Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Апрель 2022, 04:43

Бөгөн Рәмил Туйсинға — 50

Туйсин Рәмил Париж улы (12 апрель 1972 йыл) — педагог һәм һәүәҫкәр йырсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2009).   #Йәшлек

Бөгөн Рәмил Туйсинға — 50Бөгөн Рәмил Туйсинға — 50
Бөгөн Рәмил Туйсинға — 50

Рәмил Париж улы Туйсин 1972 йылдың 12 апрелендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында тыуған.

1999 йылда Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтын тамамлағаc, 2000 йылдан Сибай ҡалаһының 13-сө башҡорт урта мәктәбендә, 2001—2008 йылдарҙа Балалар сәнғәт мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 2009 йылдан уҡытыу-методик эш буйынса белгес, 2011 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалының Студенттар ижады үҙәге етәксеһе.

Репертуарында йөҙҙән ашыу башҡорт халыҡ йыры, шул иҫәптән: «Абдрахман кантон», «Ауыл көйө», «Буранбай», «Сибай». Хөсәйен Әхмәтов, Х. А. Дәүләтов, Ю. Х. Үҙәнбаев һ. б. йырҙарын башҡара. 2007 йылдан Туйсиндар ғаилә концерт студияһы етәксеһе.

 

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас