-11 °С
Болотло
Тормош юлы - үрмәле гөл,
Һәр саҡ алға ынтыла.
Үрләй бары юғарыға,
Ҡояш нуры, яҡтыға.
Тик кешеләр ҡай сағында
Үҙҙәре лә һиҙмәҫтән,
Үткәндәргә сат йәбешеп
Баш тарта киләсәктән.
Һағынһаң да, үкенһәң дә,
Матур булһа ла хатта,
Улар ҡалғандар тарихта,
Улар ҡалғандар артта.
Үрмәгөлдәй тормош юлы
Ынтылһын һәр саҡ алға.
Бөгөнгө көндө йәшәйек,
Үкенес булмаһын ул да.
(Гөлнур Ҡыуатова)