Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Апрель 2022, 17:04

Рәмил Ғәйзуллин улдары менән

2002 йылдың 7 майында төшөрөлгән.   #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы

Рәмил Ғәйзуллин улдары менән
Рәмил Ғәйзуллин улдары менән

Ғәйзуллин Рәмил Мәүлит улы (25 сентябрь 1961 йыл) — музыкант. 1987 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостандың Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестрын ойоштороусы, 2001 йылдан — уның художество етәксеһе, артабан директоры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2003) артисы.

Рәмил Ғәйзуллин 1961 йылдың 25 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Белорет районы Татлы ауылында тыуған.

1996 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (Ришат Рәхимов курсы), 2002 йылда — Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһын, 2010 йылда — Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһын тамамлаған.1987 йылдан бирле Башҡорт филармонияһында тәүҙә ҡурайсы булып, ә 2001 йылдан — художество етәксеһе булып эшләй. Уның тырышлығы менән Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры ойошторола.Рәмил Ғәйзуллин бер үк ваҡытта бер нисә музыка ҡоралдарында уйнау һәләтенә эйә: ҡумыҙ, хайран, дуплфуруй (венгр. ике ҡатлы флейта), чоор (ҡырғ. буй флейта), һыбыҙғы (тат. флейта).

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: