Ибраһимов Ғәйнислам Дәүләтбай улы (7 апрель 1968 йыл — 31 июль 2020 йыл) — ғалим-тел белгесе, тəржемəсе. 2000 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 2008 йылдан Көнсығышты өйрəнеү кафедраһы мөдире. Филология фәндәре кандидаты (2001). Яҙыусылар союзы ағзаһы (2005). Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2003).
Уның атаһы билдәле тыуған яҡты өйрәнеүсе, тарихсы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Дәүләтбай Ибраһимов (мәктәп музейы уның исемен йөрөтә), әсәһе Разия Мәүлетова уҡытыу дәүерендә Баймаҡ районының иң көслө башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының береһе була.
1994 йылда Башҡорт дәүләт университетын, 1996 йылда Төркиәлә Анҡара университетын тамамлаған. 2000 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетында эшлəй. 2008 йылдан башлап Көнсығышты өйрəнеү кафедраһы мөдире.
Ғалим 2020 йылдың 31 июлендә Өфө ҡалаһында вафат булды.
Юлай Кәримов фотоһы.