Тамсы йыры\Әнисә ТАҺИРОВА
Тып – тып,
Мин – тамсы,
Һин миңә ҡарап ҡалсы.
Тиҙҙән мин ағып китәм
Йүгерек ҡар һыуы менән.
Тып – тып,
Мин – тамсы,
Усыңды ҡуя һалсы,
Нурҙа сағылтып ҡара,
Миндә күпме төҫ яна.
Тып – тып,
Мин – тамсы,
Мине йыр итеп алсы.
Һәр көн иртә – кис һайын
Көйҙәр көйләп ҡалайым.
Тып – тып,
Мин – тамсы,
Һин миңә ҡарап ҡалсы,
Тиҙҙән мин ағып китәм
Йүгерек ҡар һыуы менән.