Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Апрель 2022, 08:25

Бөгөн композитор Юлай Үҙәнбаевҡа — 55

Үҙәнбаев Юлай Хәмит улы (3 апрель 1967 йыл) — композитор, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1999), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.   #Йәшлек #ЮлайКәриовфотоһы

Бөгөн композитор Юлай Үҙәнбаевҡа — 55
Бөгөн композитор Юлай Үҙәнбаевҡа — 55

Юлай Хәмит улы Үҙәнбаҽв 1967 йылдың 3 апрҽлендә Башҡорт АССР-ы Мәләүез районы Түләк ауылында күп балалы ғаиләлә 6-сы бала булып доньяға килгән. Бәләкәй сағынан уҡ гармунда уйнарға яратҡан. Тәнзилә апаһы, талант ятып ҡалмаһын тип, Өфөгә алып килә. Өфө сәнғәт институты ҡарамағында айырыуса һәләтле балаларға тәғәйенләнгән Урта махсус музыкаль мәктәбенә (хәҙер Урта махсус музыка колледжы) баян класы буйынса уҡырға урынлаштыра.

Артабан Юлай Үҙәнбаев Өфө сәнғәт училищеһын, шунан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлай.

  • 1999 — Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы «Тылсымлы ҡурай» (Зәйнәп Биишева), «Төштәге йыр» (Таңсулпан Ғарипова), «Ҡыңғырау сәскә» (Нәжиб Асанбаев) һәм «Һуңғы аҡсарлаҡ» (Буранбай Исҡужин) спектаклдәрен музыкаль яҡтан биҙәгәне һәм «Аҡ болоттар», «Устарыма һал йөрәгеңде» йырҙары өсөн.
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: