Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Апрель 2022, 15:04

Яҙыусы, журналист Фәрзәнә Аҡбулатова

Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы Аҡбулатова 1960 йылдың 1 февралендә Башҡорт АССР-ының (1992 йылдың 25 февраленән Башҡортостан Республикаһы) Хәйбулла районы Үрнәк ауылында тыуған.   #Йәшлек#ЮлайКәримовфотоһы

Яҙыусы, журналист Фәрзәнә Аҡбулатова
Яҙыусы, журналист Фәрзәнә Аҡбулатова

Аҡбулатова Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы (1 февраль 1960 йыл) — яҙыусы, журналист. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар (1999) һәм Яҙыусылар (1995) союздары ағзаһы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003).2021 йылдың 27 майында әҙип Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнде.

Ғәлиәхмәт урта мәктәбенән һуң Өфөләге 2-се педагогия училищеһының художество-графика бүлегендә уҡый.1987 йылда Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлағас, «Башҡортостан» гәзите редакцияһына эшкә ҡайта.1991 йылда Башҡортостан телерадиокомпанияһының «Ижад» берекмәһенә саҡырыла. Әлеге мәлдә «Юлдаш» радиоһында мөхәррир һәм «Сәхнәгә арналған ғүмер», «Әҙип һәм заман» һәм башҡа тапшырыуҙарҙы алып барыусы

Китаптары.

  • Атай икмәге: Хикәйәләр. — Өфө, Китап, 1993. — 144 бит.
  • Зәңгәр ҡаялар: Фантастик повесть-ҡисса, хикәйәләр. — Өфө, Китап, 1997. — 272 бит.
  • Я слушала тишину — Өфө, Китап, 1999. — бит.
  • Уның исеме — Мөхәббәт: Повестар, хикәйәләр. — Өфө, Китап, 2007. — бит.
  • Иң тәмле китап: Әкиәттәр, хикәйәләр. — Өфө, Китап, 2010. — бит.
  • Детский роман «Харис и волшебная змея». — Өфө, Китап, . — бит.
  • Неоконченная книга: Роман. — Өфө, Китап, 2011. — бит.
  • Загнанные кони: Роман. — Өфө, Китап, 2015. — бит.

"Башҡорт Википедияһы".

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: