Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Апрель 2022, 10:09

Бөгөн шағир Хисмәт Юлдашевтың тыуған көнө

ХИСМӘТ ЮЛДАШЕВАх, ҡышы, буранлы ҡышы!..Ҡоштар осто ҡурҡышып...Һалҡын аҡылды тыңламай,Ҡайнар йөрәгем ҡушыпЮлға сыҡтым ныҡышып...Шулай ул - тотһаң ғишыҡ! .....................................   #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы

Бөгөн шағир Хисмәт Юлдашевтың тыуған көнө
Бөгөн шағир Хисмәт Юлдашевтың тыуған көнө

Юлдашев Хисмәт Хәсән улы (1 апрель 1957 йыл) — башҡорт шағиры, 1989 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015).

Хисмәт (Хисмәтулла) Хәсән улы Юлдашев 1957 йылдың 1 апрелендә хәҙерге Ҡаҙағстандың Ҡустанай өлкәһе Амангилде районы Өрпәк ауылында тыуған. Балалыҡ һәм үҫмер йылдары Ырымбур өлкәһе Александров районы Иҫәнгилде ауылында үтә. Ошонда һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Күрше ауыл Карл Маркста урта мәктәп бөтөрә. Мәскәүҙә М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында юғары белем ала. Хисмәт Юлдашев Ғ. Сәләм исемендәге премия лауреаты. 1989 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Шиғырҙары рус, төрөк, сыуаш, ҡаҙаҡ һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән.

"Башҡорт Википедияһы".

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: