Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Март 2022, 11:18

30 март Эльбрус Ниғмәтуллиндың тыуған көнө

«Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» исемен йөрөтөүсе башҡорт бәһлеүәне.   Ни тотһа ла ҡойоп ҡуя,Оҫта икән ҡулдары,Бер ҡайҙа ла махы бирмәҫБашҡортостан улдары.   #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы

30 март Эльбрус Ниғмәтуллиндың тыуған көнө
30 март Эльбрус Ниғмәтуллиндың тыуған көнө

Эльбрус Хәмит улы Ниғмәтуллин 1974 йылдың 30 мартында Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Субар ауылында тыуған.Мәктәпте тамамлағас, Силәбе төҙөлөш училищеһендә, индустрия техникумында уҡый. Аҙаҡ Урал физик культура академияһын тамамлай. Силәбенең «Атлет» Спорт клубына йөрөй, пауэрлифтинг һәм армрестлинг менән шөғөлләнә башлай. 2000 йылда ул армрестлинг буйынса Рәсәй чемпионы исемен, ә 2001 йылда «Силәбенең иң көслө кешеһе», «Урал титаны» — титулдарын яулай.

Эльбрус үҙенең тағы ла бер ҙур ҡаҙанышына Мәскәүҙә үткән Бөтә Рәсәй турнирында өлгәшә. 18 баһадир араһында башҡорт батыры еңеп сыға. Шулай уҡ баш ҡалала уҙғарылған «Толстяк» турнирында беренсе була. Ғөмүмән, ҡайҙа ғына барһа ла, Эльбрус батырҙың даны, милләте үҙенән алда йөрөй. Уны бөтө донъя баһадирҙары араһында «Башҡорт» тип беләләр.

 

"Башҡорт Википедияһы"

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: