Солтангәрәева Розалиә Әсфәндиәр ҡыҙы (28 март 1955 йыл) — башҡорт фольклорсы-ғалимы, филология фәндәре докторы (2003). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2005). Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты (1991).
Розалиә Солтангәрәева — башҡорт йолалары һәм уларға бәйле халыҡ ижадын өйрәнеүҙә яңы принцип — комплекслы тикшеренеүҙе уңышлы алып барған ғалим. Ул йола поэзияһын фольклор һәм этнография ҡушылмаһында тыуған ҡатмарлы синкретик ижад булараҡ өйрәнә. 1988 йылдан — филология фәндәре кандидаты. «Башҡорт туй-йола поэзияһы» (1995) исемле монография авторы. Әхмәт Сөләймәнов менән берлектә күп томлыҡ башҡорт халыҡ ижадының «Башҡорт халыҡ ижады: Йола фольклоры» (1995), «Башҡорт халыҡ йола уйындары» (1996) тигән томдарын әҙерләп сығарҙы. 2002 йылда «Башҡорт халҡының ғаилә-көнкүреш йола фольклоры» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
"Башҡорт Википедияһы".
Юлай Кәримов фотоһы.