Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Март 2022, 13:27

Бөгөн Зарипов Ирек Айрат улы — саңғысы һәм биатлонсы тыуған көнөн билдәләй

Ирек Айрат улы Зарипов  — саңғысы һәм биатлонсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, Йәмәғәт эшмәкәре.   #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы

Бөгөн Зарипов Ирек Айрат улы — саңғысы һәм биатлонсы тыуған көнөн билдәләй
Бөгөн Зарипов Ирек Айрат улы — саңғысы һәм биатлонсы тыуған көнөн билдәләй

Ирек Айрат улы Зарипов 1983 йылдың 27 мартында Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған.

 Ванкувер Паралимпиадаһының дүрт тапҡыр чемпионы, Сочи олимпиадаһында Рәсәй вәкиле, терәк-хәрәкәт ағзалары имгәнгән инвалидтарҙың Рәсәй физкультура һәм спорт федерацияһының беренсе вице-президенты. Башҡортостан Республикаһының 5—6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2013—2023), 4-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2010), «Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2010), Салауат Юлаев (2014) ордендары кавалеры.

Халыҡ телендә «Башҡорт Маресьевы» тигән исем алған, уның спорт буйынса иптәштәренә рәсми рәүештә лә «заман Маресьевтары» тигән шундай бүләктәр тапшырыла.

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: