Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Март 2022, 12:24

Бүреләр (рок-төркөме)

2009 йылдың 12 майында төшкән фото. Төркөмдең тарихы менән сайтта танышығыҙ.   #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы

Бүреләр (рок-төркөме)
Бүреләр (рок-төркөме)

Беренсе составында ике класташ - Илшат Абдуллин менән Рафаэл Ғәйнуллин 2004 йылда башҡорт телендә рок төркөмѳ ойошторалар һәм шул уҡ йылда «Йәшлек-шоу 2004» конкурсында «Йыл асышы» номинацияһына лайыҡ булалар. Шул уҡ йылда Рафаэл төркөмдән сығып Салауат ҡалаһындағы башҡорт театрына эшкә төшә.

2005 йылда, төркөмгә Денис Ибраһимов менән Тайфур Юлсурин ҡүшыла.

2006 йылда Урал Сиражетдинов барабандар ҡағыусы булып килә. Шул йылда беренсе аппаратура һатып алына. Репетицияларҙы Беренсе һанлы балалар йортонда, Республика Башҡорт лицей интернатында һәм «Ант» төрҡөмөнөң студияһында уткәрәләр. «Йәшлек шоу 2006» «Тере тауыш пропагандаһы» дипломы менән бүләкләнәләр.

2006 йылдың көҙөндә «Дәрүиш» төркөмөнең солисы Дим Ҡоләхмәтов иҫтәлегенә арналған концертта сығыш яһайҙар.

«Моң» студияһында яҙылған йырҙары «Көрәш йәшәү хаҡына» сыға. «Артылыш» тапшырыуында ҡатнашалар.

2007 йылдың яҙында Башҡорт дәүләт филармонияһында сығыш яһайҙар, «Башҡорт йәштәре көндәрендә» ҡатнашалар.

«Castle Rock» фестивалендә ҡатнашып, 2-се урын яулайҙар.

Көҙ «Өфө уттарында» ойошторолған «йондоҙло төн» концертында ҡатнашалар.

«Рәхмәт» киноһында төшәләр.

 

"Башҡорт Википедияһы".

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: