Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Март 2022, 11:06

Бөгөн Ҡунафин Мөнир Сәхиулла улының тыуған көнө (17 март 1971 йыл) — башҡорт журналисы, шағир.

Фотола Мөнир Ҡунафин ҡатыны Гөлшат һәм улы Йәдкәр менән. 21 апрель 2006 йыл.   Биографияһы менән сайтта танышығыҙ.

Бөгөн Ҡунафин Мөнир Сәхиулла улының тыуған көнө (17 март 1971 йыл) — башҡорт журналисы, шағир.
Бөгөн Ҡунафин Мөнир Сәхиулла улының тыуған көнө (17 март 1971 йыл) — башҡорт журналисы, шағир.

Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин 1971 йылдың 17 мартында Башҡорт АССР-ы Ғафури районының Сәйетбаба ауылында тыуған. 1988 йылда Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын, 1993 йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге журналистика менән бәйле. «Йәшлек» республика йәштәре гәзитендә бүлек мөдире, яуаплы сәркәтип, баш мөхәррир урынбаҫары була, артабан «Ватандаш» журналында бүлек мөдире булып эшләй.

2012—2020 йылдарҙа «Шоңҡар» йәштәр журналының баш мөхәррире була, 2020 йылдың февраленән — «Ағиҙел» әҙәби-нәфис һәм ижтимағи-сәйәси журналының баш мөхәррире.

2021 йылдың 27 майында әҙип Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнде.

 

"Башҡорт Википедияһы"

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: