Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Март 2022, 15:59

Яҙ һулышы тойола

ЯҘ КИЛӘ. Х.Юлдашев.       #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы

Яҙ һулышы тойола
Яҙ һулышы тойола

ЯҘ КИЛӘ

Яҙҙы көтөп талсыҡҡанмы,

Һынып ята талсыбыҡ.

Сыбыҡ ҡабып алған ҡарға

Ҡышты ҡыумаҡсы булып.

Сыбыҡтан ҡурҡып китергә

Бармай шул ҡыш ашығып.

Ҡарғаға оя ҡорорға -

Ҡарҙа ятҡан талсыбыҡ.

Ҡар өҫтөнә ямғыр яуа,

Ҡыш ҡыуыла ҡамсылап.

Хәҙер һыуҙар ташып инде -

Тормаҫ улар тамсылап.

Ҡаҙҙар ҡыуа бер ҡыҙыҡай,

Тотоп алып талсыбыҡ.

Яҙ килә, яҙ! Ҡояшлы яҙ!

Яҙға юҡ бер ҡаршылыҡ!

(Х.Юлдашев)

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: