Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Март 2022, 09:10

Аквариумдағы балыҡ

Нимәлер теләй, буғай. Ауыҙын аса ла йома...   Дауамын сайтта уҡығыҙ.   #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Аквариумдағы балыҡ
Аквариумдағы балыҡ

Аквариумдағы балыҡ

 

Нимәлер теләй, буғай.

Ауыҙын аса ла йома,

Ҡойроғон шәп-шәп болғай.

Һыуҙан тартып сығарһам да,

Тауышһыҙ алтын балыҡ.

Көй көйләйме, әллә инде,

Шиғыр һөйләй таң ҡалып?

Ишетмәгәс, ни ҡыҙығы,

Ебәрҙем кире һыуға.

"Йөҙ, балығым, алтыным",-тип,

Үҙем йырлайым уға.

 

Разиля Рыскужина

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: