Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Март 2022, 09:53

Шағир, яҙыусы Мәүлит Ямалетдинов

Мәүлит Байгилде улы Ямалетдинов 1947 йылдың 5 мартында  Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Учалы районы Аһылай ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған.    #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы

Шағир, яҙыусы Мәүлит Ямалетдинов
Шағир, яҙыусы Мәүлит Ямалетдинов

Мәүлит Ямалетдин, Ямалетдинов Мәүлитбай Байгилде улы (5 март 1947 йыл — 8 ноябрь 2020 йыл) — уҡытыусы, шағир, яҙыусы, тәржемәсе, ҡурайсы һәм йәмәғәтсе. 1983 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993). Республика үҙешмәкәр сәнғәт смотры дипломанты (Өфө, 1977). Муса Мортазин исемендәге (1991), Фәтих Кәрим исемендәге (2007), Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге (2009) һәм Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге (2017) премиялар лауреаты.

 

ИЗГЕЛЕК

 

Изгелектең шундай сифаты бар:

Ҡылына ла, һыуға һалына.

Халыҡ белер.

Әгәр ул белмәһә,

Балыҡ белеп, һөйләр иленә.

"Нисек инде: һөйләр?

Ә балыҡтың

Теле юҡ бит! " - тирҙәр иң элек.

Ишара был: хаслыҡ дау ҡуптарһа,

Балыҡ кеүек өнһөҙ изгелек.

Һулыу һайын заңдар үҙгәргәндә,

Тик шул ҡанун ғына мәңгелек.

Изгелектән өн сыҡмаған өсөн

Имен әле һаман Кешелек.

 

Мәүлит Ямалетдинов.

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: