Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Март 2022, 17:00

Зәйнетдин машина алып ҡыуанған

Был хаҡта йырсы үҙенең Инстаграмдағы сәхифәһендә хәбәр итте.

Зәйнетдин машина алып ҡыуанған
Зәйнетдин машина алып ҡыуанған

“ Мин бәләкәйҙән сығыш яһай инем, ул саҡта минең гонорарым уйынсыҡтар булды. Һәр сығышымды тулҡынланыу менән көткәнем хәтерҙә, был юлы миңә нимә бүләк итерҙәр икән тип.

Бәләкәйҙән еңеүҙәрем менән шул тиклем ғорурландым, һәр бүләк ителгән машинаны йыя барҙым.

Миңә биш йәш булғанда, беҙҙең ғаиләлә Салауат ҡустым тыуҙы, ул үҫеп еткәнсе ҡәҙерләп йыйған уйынсыҡтарымды ватып бөттө. Был ҡылығы өсөн уға ныҡ үпкәләнем.

«Заһир, һин ҙур хәҙер, тыныслан», – тип мине тынысландырҙылыр.

Бала сағымдың ошо мәлен ныҡ хәтерләйем, ҡустым тыуыу менән бала сағым тамамланды, ватылған уйынсыҡтар менән бергә селпәрәмә килде.

Әле мин үҙ-үҙемде аңлау, өйрәнеү менән ныҡлап шөғөлләнәм, төрлө тренингҡа йөрөйөм.  Һәм практикаларҙың береһендә  ошо бала саҡтан ҡалған үпкәмде тышҡа сығарҙыҡ.

Ҡустыма үпкәләгән мәлде  тағы иҫемә төшөрҙөм, ҡайғырҙым, үҙем аша үткәрҙем һәм бала саҡ  хыялын тормошҡа ашырырға ҡарар иттем.

Балалар магазинына барып, үҙемә шәп машина һатып алдым.  Күңелем тынысланды.  Бөгөн минең эсемдә йәнә бәләкәй малай яңынан йылмая!” – тип яҙҙы ул.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: