Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Март 2022, 12:51

Бөгөн билдәле журналист Сибәғәт Рахманғоловтың тыуған көнө

Сибәғәт Ғибат улы Рахманғолов 1963 йылдың 4 мартында Башҡорт АССР-ының Күмертау районы Яҡут ауылында тыуған.   #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Бөгөн билдәле журналист Сибәғәт Рахманғоловтың тыуған көнө
Бөгөн билдәле журналист Сибәғәт Рахманғоловтың тыуған көнө

Рахманғолов Сибәғәт Ғибат улы (4 март, 1963 йыл) — башҡорт журналисы, йәмәғәтсе.

Сибәғәт Рахманғолов оҙаҡ йылдар “Йәшлек” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булып эшләне. Көйөргәҙе районы менән Күмертау ҡалаһында башҡорт телендә сыҡҡан "Юшатыр" гәзитенең баш мөхәррире булды, Мәләүездә “Көнгәк” мәғлүмәт үҙәгенең директор-баш мөхәррир вазифаһын башҡарҙы, Салауат ҡалаһындағы редакция комплексын етәкләне, Ишембай ҡалаһының муниципаль телевидениеһы директоры булып эшләне.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2021). РФ һәм БР Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2011)

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: