Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Март 2022, 10:24

1 март - Башҡорт ғаиләһе көнө

Ғаиләм – ҡәлғәм Фирүзә Абдуллина.   Шиғырын сайтта уҡығыҙ.   #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы    

1 март -  Башҡорт ғаиләһе көнө
1 март - Башҡорт ғаиләһе көнө

Ғаиләм – ҡәлғәм

 

Был тормоштоң ялҡынынан,

Буранынан, һалҡынынан,

Ҡоролоғо, ташҡынынан,

Бысрағынан, юшҡынынан,

Һаҡлай мине бөйөк ҡәлғәм –

Ғәзиздәрҙән ғәзиз ғаиләм!

 

Бында мине һәр кем аңлай,

Эс серемде һәр кем тыңлай,

Көрәштәрҙән арып-талған

Хәнйәр-йәнгә ғаиләм – ҡындай,

Һаҡлай мине ғәзиз ҡәлғәм –

Яҡындарҙан яҡын ғаиләм!

 

Кәрәк булһа ярҙам-кәңәш,

Һәр ваҡытта ғаиләм йәнәш,

Шатлыҡтарым – уртаҡ шатлыҡ,

Булмаҫ бында көнсөл, һатлыҡ,

Яҡлай мине изге ҡәлғәм –

Ышаныслы, татыу ғаиләм!

 

Беребеҙ өсөн беребеҙ терәк,

 

Беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәк,

Бында ярҙам, изге теләк,

Бында һөйөп тибә йөрәк,

Имен булһын ғәзиз ғаиләм –

Бәхетемде яҡлар ҡәлғәм!

 

Фирүзә Абдуллина.

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: