-2 °С
Болотло
Серле һылыу
1)Йырҙарымды һиңә арнап,
Сәхнәләрҙән торам ҡарап,
Аңлайһыңмы, хисемде,
Донъялағы иң сибәр ҡыҙ.
Ҡараштарың - ҡайнар ут ул,
Әйтсе миңә, миңә исемең.
Ҡушымта:
Бир ҡулыңды серле һылыу,
Оялма һин, булсы ҡыйыу.
Көтәм һинән тик бер һүҙең,
Яулатырлыҡ күңел күген.
2)Матур итеп ҡараның да,
Йөрәктә ут ҡабыҙҙың да.
Үтеп киттең янымдан,
Тәү ҡараштан ғашиҡ булдым.
Һинән генә хәҙер уйым,
Сулпаным һин таңымда.
Ҡушымта:
Бир ҡулыңды серле һылыу,
Оялма һин, булсы ҡыйыу.
Көтәм һинән тик бер һүҙең,
Яулатырлыҡ күңел күген.
Риф Арыҫлан көйө,
Гөлнур Ҡыуатова һүҙҙәре.
Юлай Кәримов фотоһы.